-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2020, 17:50

Сафуан Әлибай – билдәле балалар яҙыусыһы!

Сафуан Әлибай Салауат районы Тирмән ауылында тыуып үҫкән (йәшәгән йылдары: 1941-2014) Яҙыусының балаларға тәғәйенләнгән шиғырҙары ябайлығы, тормошсанлығы менән матур! Шағир инде үҙе был донъяларҙа булмаһа ла, моңло шиғриәте мәңге йәшәй. Уның бик күп шиғырҙарына йырҙар ҙа ижад ителгән. Сафуан Әлибай яҙып ҡалдырған тиҫтәнән ашыу шиғри йыйынтыҡ – халҡыбыҙға шағирҙан оло мираҫ! ТУРҒАЙ Уяндым бөгөн иртә – Кемдер тәҙрәне сиртә. Туҡ-туҡ-туҡ килә турғай, Миңә ни һөйләй, йырлай? Тышта һыуыҡ, ҡар, тиҙер, Сыҡ, миңә ем һал, тиҙер... Йүгереп сыҡтым тышҡа, Ярҙамым тейһен ҡошҡа. Яһап ҡуйҙым тағараҡ, Ем һалдым уға аҙаҡ. Килде лә ҡунды турғай, Ем сүпләй йырлай-йырлай.

ҠУЯНДАР

Күҙкәйҙәре төймәләй,
Ҡолаҡтары шеш кенә,
Әллә инде игеҙәктәр –
Бары ла бер иш кенә.
Һикерәләр, уйнайҙар,
Уйнап һис тә туймайҙар.
Мине һәр саҡ тыңлайҙар,
Бер ҙә тәртип боҙмайҙар.
Ҡыш көнө лә уларҙың
Ниңә һоро тундары
Тунын алмаштырып тормай,
Улар – йорт ҡуяндары.
БОЛАН

Йәм-йәшел кәбән ултыра,
Уға ҡар бүрек булған.
Ә аҡлан ситендә тора
Оҙон аяҡлы болан.
Ул бында көрт йырып үткән,
Ҡарап тора кәбәнгә –
Башында ҙур һәнәк бар,
Килгән, ахыры, бесәнгә.
БАҪЫУҘА
Йылтырашып, сылтырашып
Ағып та китте ҡарҙар.
Ҡар аҫтында яҙ ҡышлаған —
Йәм-йәшел икән ҡырҙар.
Йәшел ужым диңгеҙенең
Урман ситендә яры.
Еләҫ елдәр иҫкән һайын,
Тулҡындар таша барҙы.
Ерҙе ямғыр ҡойондорҙо,
Елберләп бейеп кенә.
ҺЫУЫҠ

Мин урамға сана һөйрәп

Сыҡтым бөгөн дә иртә.
Һыуыҡ әллә көтөп торған.
Яныма килеп етә.
Йүгереп килеп етә лә,
Биттәремде семетә,
Биттәремде семетә лә
Ҡулдарымды өшөтә.
Унан ҡурҡып, тауға ҡарай
Китеп барҙым мин шәп-шәп.
Шул саҡ һыуыҡ әллә ҡайҙа
Тороп ҡалды – вәт ғәжәп.
ҠЫШ

Ағастарҙың кейемдәрен
Көҙ алып ҡалды сисеп,
Улар һалҡын көндәрҙә һуң
Түҙерҙәр инде нисек?
Ҡыш килгәс тә хайран ҡалды,
Урманға баҡты йәлләп.
Ағастарға яба һалды,
Аҡ мамыҡтан шәл бәйләп.
Бер көндө урман буйына
Һалып ҡуйҙы һырынты, -
Бына шулай ағастарҙың
МАТУР КӨН

Ынйы- ынйы ҡарҙар яуа,
Ғәжәп матур көн бөгөн.
Ҡулға тотоп алғы килә
Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.
Бәүеле- бәүелеп төшә,
Ҡар яуа- матур ниндәй!
Әйтерһең дә, кемдер күктә
Ҙур иләктән он иләй.
(Сафуан Әлибай шиғырҙары)
Читайте нас: