+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Февраль 2020, 20:40

Асҡарҙың теленән бал тама – өләсәйҙәр шатлана!

Асҡар Ғәбиҙуллин – билдәле блоггер, продюсер һәм телевидение алып барыусыһы Асия Шахминаның (инстадонъяла – Шахминская) уңған улы. Әлеге көндә уға 9 йәш, Өфөнөң 160-сы лицейының 3-сө класында уҡый. Математика, әҙәбиәт, музыка менән айырыуса теләп шөғөлләнә, ә шулай ҙа иң яратҡаны – инглиз теле дәресе.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, Асҡар ҙа әсәһенә оҡшап, нәфис һүҙгә оҫта, сәхнәне ярата. Мәктәптә ҡуйылған бер спектакль дә унһыҙ үтмәй, егеткә йыш ҡына төп ролдәрҙе бирәләр, шиғыр һөйләү бәйгеләрендә лә инде әллә нисә тапҡыр призлы урын яулаған. Буш ваҡыттарында бассейнға ла йөрөй, шулай уҡ заманса бейеүҙәр менән шөғөлләнә.
Асҡар бәләкәйерәк сағында “Тамыр” каналының атаҡлы “Сәңгелдәк” тапшырыуҙарында алып барыусы булараҡ төшкәне була. Әле әсәһе менән бергәләп төрлө видеолар төшөрәләр, уларҙың байтағын Асия Шаһминаның инстабитләүендә күрергә мөмкин. Уңған малайҙың хыялы – киләсәктә кулинария буйынса телешоу асыу. Йәнә лә ул ҙур үҫкәс атаһы һымаҡ төҙөүсе-инженер булып, Өфөнөң архитектураһын да матурларға теләй.
Асҡар ағай булыуы менән дә сикһеҙ ғорурлана, уның әле бер йәше лә тулмаған Айдана исемле һөйкөмлөкәй һеңлеһе бар. Бәпесте ағай кеше үҙенсә бейергә өйрәтә, эргәһендә ултырып, тасуири итеп ҡысҡырып китаптар ҙа уҡып ала.
Асҡар әсәһенең билдәле блоггер булыуын да яҡшы белә, белә генә түгел, инстаграмын алып барырға төрлөсә ярҙам да итә, хатта. Әсәһен фотоға төшөрә, башҡа блоггерҙар ҡуллана башлаған яңылыҡтарҙы күҙәтеп, оҡшағандарын һайлап, әйҙә беҙ ҙә шулай итеп ҡарайыҡ тип, үҙ тәҡдимдәрен дә индерә. Мәктәптәге дуҫтарына яйы сыҡҡан һайын әсәйем экран йондоҙо тип маҡтанып алырға ла онотмай. Иркә генә булып үҫеп килһә лә, үҙаллы ла ул. Өйгә эштәрен һәр ваҡыт яңғыҙы эшләй, берәүҙән лә тикшертмәй, тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә.
Миәкә районында урынлашҡан әсәһенең тыуған ауылы Йәнәбигә, атаһы яҡлап тамырҙары тоташҡан Әлшәй районы Балғажы ауылына ҡунаҡҡа барырға ярата. Рәйхана, Нәзирә өләсәләре лә, Камил, Рәил олаталары ла уның өсөн өҙөлөп торалар шул. Уларға оло хөрмәт менән ҡарай малай, бигерәк тә олаталарының һүҙен йыҡмай. Ауылда уларға көтөү көтөшөргә ярата, ә йәйҙең эҫе көндәрендә Асҡарҙы Дим йылғаһынан сығарып алып булмай икән. Үҙе ысын джентльмен да ул, ир-егет холоҡло, өләсәләренең күңелен күтәрер өсөн бешергәндәрен һәр ваҡыт маҡтап-маҡтап ашай. “Иң тәмле ризыҡ өләсәйҙеке, – ти ҙә, шунан, әсәһе үпкәләп ҡуймаһын тип, – һинең дә өләсәйең шулай тәмле бешергәндер әле, эйеме”, – тип ҡуйырға ла онотмай ул. Бына шундай шәп егет үҫеп килә Ғәбиҙуллиндар ғаиләһендә! Күҙ теймәһен үҙенә!
Читайте нас: