+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Февраль 2020, 17:00

Айҙай һылыу Айзилә

Уңған, һылыу ҡыҙ Айзилә Һибәтуллинаға 8 йәш, ул Әбйәлил районы Таштуй ауылында йәшәй. Бәләкәйҙән йыр-бейеүгә бик әүәҫ ул, шуға ла мәктәптәрендәге бер концерт та, тамаша ла Айзиләһеҙ үтмәй. Өлгөр ҡыҙ биш йәшенән фортепияно дәрестәренә лә йөрөй, етәксеһе, балаларҙың һәр береһенең күңеленә юл таба белеүсе педагог Зөлфиә Рәмзес ҡыҙы Юнысова һәр ваҡытАйзиләнең тырышлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ҡанатланлырып торғас, ҡыҙ унда бик теләп йөрөй.

Айзилә төрлө конкурстарҙа, кластан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә “Гагарин кубогы”на арнап ойошторолған олимпиада, “Башҡортостан һәләттәре” бәйгеләрен йыл да көтөп ала. Быйыл “Эко-шыршы” республика ижади ярышында икенсе урынды яулаған. Башланғыс кластар араһында үткән декадала ла ихлас ҡатнашып биш маҡтау ҡағыҙы алыуға өлгәшкән ул.
Иптәш ҡыҙҙары менән күмәкләп хеҙмәттән уҡытыусы Нурзилә Әүхәҙи ҡыҙы Үҙәнбаева ойошторған оҫталыҡ класында ҡатнашып, барыһы ла селтәрҙәр эшләп алғандар, хәҙер байрамдарҙа матур итеп милли биҙәүестә йөрөй кескәй әхирәттәр.
Тиктормаҫ Айзилә ҡул эштәренә лә бик маһир, уларҙы һылыу пластилин, ҡағыҙ һәм башҡа тәбиғи материалдарҙан яһарға ярата.
Ә инде кистәрен атаһы менән шахмат, шашка уйнайҙар, уларҙың ҡыҙыу уйынын күҙәтеп әсәһе, Илнар, Динислам ағалары ла ҡушылып киткән осраҡтарҙа ғаилә чемпионаты ла ойоштороп алалар.
Айзилә әсәһенә лә оло ярҙамсы, Таштуйҙа йәшәгән Һәнеүәт өләсәһе менән Буранбай олатаһының да көн дә инеп хәлен белеп тора. Ә инде Учалы районы Сораман ауылындағы Лунидә өләсәһенә һағындырып ҡына, каникулдарҙа ҡунаҡҡа йөрөргә ярата. Өләсәйҙәре менән емеш-еләккә лә ихлас йөрөй, бигерәк тә еләк йыйыу буйынса тиҙлектә уға еткән кеше юҡ икән. Бына шундай тырыш, аҡыллы ҡыҙ йәшәй Таштуй ауылында! Айзилә, киләсәктә лә әлегеләй аҡыллы, бөтмөр ҡыҙ булып ҡал, “Аҡбуҙат” менән дуҫлығыңды өҙмә!
Читайте нас: