+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Февраль 2020, 12:00

Билдәле йырсының ҡыйыу ҡыҙы

Баш ҡалабыҙҙың 161-се лицейының беренсе класс уҡыусыһы Айсель Зөлҡәрнәева – һандуғас тауышлы билдәле йырсы Гөлсөм Бикбулатованың ҡыҙы. Кемдәрҙер Айсель һылыуҙы популяр йырсының ҡыҙы тип белһә, икенселәр киреһенсә, Гөлсөмгә был бит әле теге ҡыйыу ҡыҙыҡайҙың әсәһе тип ҡарай. Сөнки, ете йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан, бәләкәй ҡыҙ уйлағанын тормошҡа ашыра торған, ныҡыш, сәмсел һәм шул уҡ ваҡытта бик ихлас та. Уның менән танышҡан кешеләр һөйкөмлө генә түгел, тура һүҙле лә, үткер ҙә тип һоҡланай ҡалмай. Айселдең ҡыҙыҡтары, мауығыуҙары хаҡында һеҙгә лә һөйләп китәйек әле.

Шулай итеп, был муйыл күҙле матурҡайҙың эшләмәгән эше юҡ. Әсәһе Гөлсөм Бикбулатова: “Әллә ҡалайтып бөтә ергә өлгөрә ул, нимәгә тотонһа ла булдыра бит әле, күҙ теймәһен инде!” – ти. Ысынлап та, әсәһе ҡайһы саҡ спектаклдәргә әҙерләнеп, репетиция эшләһә, уны ҡарап ултырған ҡыҙы бына ошолайыраҡ бейе, йырла йә һөйлә тип, тиҙ генә мәсьәләне дөрөҫ хәл итеү юлын табып бирә икән. Күрәһең, унда режиссерлыҡ һәләте лә бар. Яратҡан шөғөлдәренең береһе – бәлеш бешереү. Эйе, эйе, ете йәшлек ҡыҙ йомортҡаларҙы үҙе һытып, йәһәт кенә ҡамыр баҫып ҡуйырға өйрәнеп алған. Әсәһенә ҙур ярҙамсы һәм иптәш тә. Тағы ла ул бассейнға йөрөргә ярата, һыуҙа үҙен балыҡтай иркен тота, йәй көнө иһә йылғанан сығарып алыуы ҡыйын. Һүрәт төшөрөү түңәрәгенә лә бик теләп йөрөй. Бейеү, йыр түңәрәктәрен дә ҡалдырмай. Ә инде иң ҡыҙыҡһынғаны – хайуандар донъяһы. Йәнлектәр тураһында китаптар уҡый, мәктәп китапханаһына ингән һайын “Ҡыҙыл китап”ты ла алып ҡарай икән. Хайуандар донъяһы тураһында телевидение тапшырыуҙарын йотлоғоп ҡарай, төрлө хайуан-йәнлек уйынсыҡтарын да шул тиклем күп йыйған, инде өйҙәрендә уларҙы ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйҙәр. Айсель ҙур үҫкәс йәнлектәрҙе дауалаусы табип – ветеринар булам да, Ер шары буйлап йөрөп хайуандарҙы һәм ҡоштарҙы дауалайым тип хыяллана. Уның был мөхәббәте бер яҡлы ғына түгел, үҙен дә хайуандар бик үҙ итергә генә тора. Йәй көнө Әбйәлилдә йәшәгән әсәһенең апайҙарына, йәғни инәләренә ҡунаҡҡа барған саҡта мал торған кәртә-ҡуранан сығышмай Айсель. Иртән иртүк тороп инәһенә һыйыр һауышһынмы, быҙауҙар менән уйнап йөрөп, уларҙан битен-ҡулын ялатып бөтһөнмө, ҡыҙыҡтары күп инде уның. Тағы ла бер туған ағаһы Искәндәр өсөн өҙөлөп тора. Кескәйерәк сағында, ҙурайғас кейәүең кем була тиһәләр, гел ағайыма сығам тип яуаплар булған, хәҙер инде туған кешенең кейәү була алмағанын аңлай, был хәлдәрҙе иҫенә төшөрһәң көлөп ебәрә хатта.
Зөлҡәрнәевтар ғаиләһендә бер уртаҡ мауығыу бар – ул да булһа бүлмә гөлдәре үҫтереү. Айселдең атаһы ла, әсәһе лә гөл, тупраҡ менән булырға, уларҙы айырып ултыртырға, тәрбиәләргә ярата. Хәҙер иһә яңы һауытҡа үҫенте ултыртҡанда Айселде йомошларға тырышалар. Ни өсөн тиһегеҙме? Баҡтиһәң, Айсель ултыртҡан гөл тиҙ генә тамырланып китә, бер ваҡытта ла һулып ултырмай, күкрәп үҫә лә, сәскә лә ата башлай икән. Бына шулай ҡотло ҡуллы ла ул. Әсәһенең башы йә башҡа ере ауыртһа ла, ҡайҙа әле әсәй, дауалап алайым тип, йомшаҡ ҡулдары менән һыпырһа, ни ғәләмәт, ысынлап шундуҡ хәле еңеләйә лә китә, ти.
Айсель телефоны аша төрлө көйҙәр тоҡандырып, өйҙә гимнастика эшләргә лә ярата. “Тик-ток”, “Лайк” социаль селтәрҙәренә үҙе төшөргән видеоларҙы ла һалып бара. Тәү ҡарашҡа үтә иркә күренһә лә, тормошҡа бик фәлсәфәүи ҡарай ул, уйлана, үҙенсә фекер йөрөтә, үҙ фекерен яҡлай ҙа белә, кәрәк ерендә хатта уҫал ғына ла булып китә. Бына шундай шәп ҡыҙ үҫеп килә йондоҙло йырсының ғаиләһендә. Киләсәктә әсәһе һымаҡ сихри тауышлы йырсы булырмы, әллә ветеринармы, уныһын тормош күрһәтер, әммә ниндәй юлдан ғына китһә лә, тәүфиҡлы, иманлы, бәхетле булһын һылыуҡай!
Читайте нас: