+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Февраль 2020, 11:15

Искәндәрҙең етмеш һөнәре бар

Ете йәшлек һөйкөмлө Өфө егете Искәндәр Йосоповто күптәрегеҙ “Сәңгелдәк” тапшырыуҙарының оҫта алып барыусыһы тип белә. Әле ул баш ҡалабыҙҙағы 1-се лицейҙа, 1-се класта уҡып йөрөй, шуға телевизорҙан һирәгерәк күренә, “Тамыр”ҙың бәләкәс пенсионерының бүтән эштәре, шөғөлдәре лә күп булғас, бушамай киткән икән.

Ҙур үҫкәс хирург-табип булырға хыялланған телевидениебыҙ йондоҙоноң ниндәй генә шөғөлө юҡ, һанап бөткөһөҙ. Бер түгел, ике микроскобы, телескобы ла бар икән үҙенең. Шул микроскоп аҫтына һалып төрлө бөжәктәрҙең, ҡорттарҙың төҙөлөшөн тикшерергә ярата, телескоптан йондоҙҙарҙы күҙәтә. Хатта, ҡыш көнө лә аптырап тормай, кистәрен ҡар өҫтөнә ятып тороп, йондоҙҙарға тоҫҡай икән әлеге приборын. Атаһы яҡлап олатаһы Мансур Мәсғүт улына оҡшап йыр-моң ярата, Искәндәрҙең был мауығыуына ихтирам менән ҡараған ата-әсәһе уға укулеле, ирен гармуны, ҡумыҙ, флейта һәм башҡа үҙе һораған музыка ҡоралдарын алып биргән, ул байлыҡтар – торғаны бер оркестр инде. Бигерәк тә, ҡумыҙға күңеле ята, эсе бошҡанда: “Әсәй, медитация үткәреп алам, йәме!”, – тип ҡумыҙын сиртергә тотона. Ә укулелела уйнарға үҙ аллы, интернет аша оҫталыҡ дәрестәре ҡарап өйрәнә. Тағы ла әсәһе, телевидение режиссеры Альбина Рәшит ҡыҙынан күрмәксе, буш ваҡыттарында төрлө видеолар төшөрөргә лә әүәҫ һәләтле егет. Тхеквондо менән шөғөлләнә, компьютерҙа уйнарға ярата, ә инде лего менән тәүлектәр буйына ла булашырға әҙер. Үтә лә ныҡыш үҙе, берәй нәмәне алдына алһа, эш итмәйенсә ҡуймай. Мәҫәлән, быйыл тимераяҡта йөрөргә өйрәнәсәкмен тип маҡсат ҡуйған да, ата-әсәһе ваҡыт тар тиеүгә ҡарамаҫтан, ай-вайҙарына ҡуймай һырғалаҡҡа алып барҙыртҡан үҙен. Хәҙер боҙ өҫтөндә үҙен бик ышаныслы тоя, әйтерһең дә, коньки менән тыумыштан йөрөгән. Әкиәт һөйләргә лә оҫта Искәндәр, балалар баҡсаһына йөрөгән сағында “Һаумы, әкиәт!” бәйгеһендә ярайһы ғына уңыштарға ла өлгәшкән. Үҙен телевизор аша күреп күптәр танып торһа ла, текә егет тормошта бик ябай. Хатта үҙен ауыл малайы тип иҫәпләй, әсәһенең тыуған яғын – Учалы районының Туңғатар ауылын тыуған төйәгем тип һөйләй. Йәнә лә бөхтәлеге менән дә айырылып тора ул, кейемдәрен үҙе тәрбиәләп, матурлап урынына ғына һалып ҡуймаһа, күңеле тыныс булмай. Бына шундай үҙенсәлекле, һәләтле, ирекле фекерле шәп милләттәшебеҙ бар беҙҙең! Күҙ теймәһен үҙенә, һәр ваҡыт шулай ваҡыттың ҡәҙерен белеп, көндәрен мәғәнәле үткәрһен!
Читайте нас: