Марал – боландар араһында иң ҙуры. Уның мөгөҙҙәренең киңлеге ике метрҙан да артып китә. Маралдар ҡасандыр Урал тауҙарында формалашҡан, әммә бер заман, йөҙ йыл тирәһе элек, һунарсылар уларҙы аяуһыҙ ҡыра башлағас, улар Себер яҡтарына күсенгән һәм беҙҙә бөтөнләй ҡалмаған. Шуға, 1948 йылда уларҙы Башҡортостанға яңынан Алтайҙан килтергәндәр. Ул маралдар ныҡлап үрсеп киткән, әммә браконьерҙар йәнә лә ҡырып бөтөрә яҙған, шуға Башҡорт дәүләт ҡурсаулығына 2012 йылда тағы бер өйөр марал алып ҡайтҡандар. Әле улар, һунарсылар һәм бүреләр ҡамасау итеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең урмандарҙа осрап тора, тимәк, яйлап кире ерегеп баралар.