Бәләкәй Роман тасуири итеп “Бородино” шиғырын яттан һөйләп Максим Галкинды таң ҡалдырған. Һәләтле малай 3 йәшендә үк уҡырға өйрәнгән, шиғырҙар ятларға ярата. А. Пушкиндың "У лукоморья дуб зеленый", М. Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” шиғырҙарын бигерәк тә яратып һөйләй икән.
Ә Вадим иһә баянда Николай Басков, Макс Барских, Егор Кридтың музыкаль әҫәрҙәрен уйнап, былай ҙа хисле алып барыусы Галкинды бөтөнләй әҫәрләндергән.
Ысынлап та, барыһынан да яҡшы беҙең егеттәр, “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” тигән девиз, әйтерһең дә, тап улар өсөн уйлап сығарылған!