+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ғинуар 2020, 13:35

Ауырытһалар, башҡортса ауырығыҙ!

Быйыл ҡыш йылы торғас, бәләкәстәрҙе йыш ауырытып ыҙалатҡан вирустар, бактериялар ҙа һыуыҡтан ҡурҡып өңөндә генә ятмай, рәхәтләнеп үрсей.

Табиптар сирләп киткән бәпестәргә “ангина”, “ротовирус”, “грипп” тип әллә ни төрлө диагноздарын ҡуйып та өлгөрә алмай, хатта. Ҡайһы бер бәләкәстәр үҙҙәре лә әҙерәк ауырып алыуға ҡаршы түгел ул, сирләп китһәң бит баҡсаға алып бармайҙар, әсәй ҙә эшкә китмәй, һине генә ҡарап өйҙә, эргәңдә ултыра. Шуға, ауырыһам ярай ине тип уйлаусылары ла табыла, әммә улай иткәндәр аҙаҡтан барыбер, ысынлап сирләп киткәс, танау тоноп, баш ауырта башлағас, ниңә генә быны теләнем икән тип үкенәләр, эйеме?
Шул һыуыҡ тейеүҙән, киҙеү һуғыуҙан килеп сыҡҡан төрлө хәлдәрҙең башҡортса нисек аталғанын ҡайһы берәүҙәр белмәй ҙә йөрөй. Булмаһа, иҫкә төшөрөп алайыҡ: йүткертһә, сәсәтһә – йүтәл, ә ангина башҡортса тамаҡ шешеү була, танау маңҡалап, тын алыуы ҡыйын икән – тымау тейгән, тән температураһы күтәрелһә – тәненә ут ҡапҡан, эҫергәнгән, тибеҙ. Ә һеҙ был темаға ҡағылышлы ниндәй башҡортса йәтеш һүҙҙәр беләһегеҙ?
Читайте нас: