Бәләкәстәргә ятларға шағирә Гүзәл Ситдыҡованың ошо хаҡтағы матур шиғырын тәҡдим итәбеҙ, ул телмәрҙә үҙебеҙҙең “һ”, “ғ”, “ҡ”, “ҙ” һымаҡ хәрефтәрҙе нығытырға уңайлы ғына әҫәр:
Һырғалаҡ
Беҙ эшләнек һырғалаҡ,
Уҙышабыҙ, һырғалап.
Тимераяҡ выж-выж,
Боҙ ғыжылдай ғыж-ғыж.