+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ғинуар 2020, 14:15

Балыҡ боҙло “бәлеш”те яратмай!

Һыуҙа йөҙөүе шул тиклем күңелле, эйеме! Балыҡҡа рәхәт, һыу аҫтында тын да алмай, күпме теләй, шул тиклем йөҙөп йөрөй ала тип көнләшәһегеҙме? Тик уларҙың да етешһеҙлеге бар, йылғаларынан, күлдәренән йә аквариумдарынан тыш, ҡорола йәшәй алмайҙар,тонсоғалар, уныһын барыһы ла белә.

Ә ысынында, балыҡтарға һыу ғына түгел, һауа ла кәрәк икән ул. Иғтибар иткәнегеҙ бармы, аквариумдарға һыу эсендә һауа күпертеп торған, һыуҙы кислород менән байытыусы приборҙар ҡуялар. Ә йылға-күлдәрҙәге һыуҙы кислород менән, йәғни һауа менән, һыу аҫтында үҫкән үҫемлектәр байыта, шулай уҡ асыҡ һауанан да һыу үҙенә һауаны тартып ала.
Ҡыш көнө йыш ҡына, балыҡтар боҙ аҫтында тонсоҡмаһын тип, йылға-күлдәр өҫтөн ҡаплаған боҙҙа мәке уялар. Тик балыҡтар һыуыҡтан түгел, киреһенсә, ҡыш йылы килгән осраҡта тонсоға икән. Мәҫәлән, туңған быуа өҫтөнә ҡабат-ҡабат шәре сығып, йәнә туңып, араһында һыу ҙа ҡалһа, шундай ҡатлы-ҡатлы боҙло-һыулы “бәлеш” барлыҡҡа килә лә, һыу аҫтына һауа бөтөнләй үтеп инә алмай, йылға кислородҡа ярлылана ла, балыҡтар тонсоғоп үлә башлай. Ана шул хәл булмаһын өсөн дә йылы ҡыштарҙа һыу ятҡылыҡтары һәм йылғаларҙа мәке уйырға кәрәк тә инде. Быйыл да ҡыш берсә һыуыҡ, берсә кире йылыта, тимәк, балыҡтарҙы ҡотҡарыуҙы уйларға кәрәк.
Читайте нас: