+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Декабрь 2019, 18:50

Бәләкәй генә баянсы

Өфө егете Нурсолтан Хәсәновҡа 6 йәш. Ул ҡаланың 48-се балалар баҡсаһына, Черниковка биҫтәһендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Нурсолтандың үҙе кеүек бәләкәй, ыҡсым ғына баяны бар. Баян менән 4 ай ғына шөғөлләнһә лә, музыка ҡоралында һәләтле малай "Хәтирә", "Маленькая елочка", "Джингл беллз", "Маленькая полька", "Ҡояшҡай", "Әтәс", "Бишек йыры" кеүек ҡыҫҡа пьесаларҙы яттан уйнай белә.

Баянда уйнарға өйрәнһен тип Нурсолтанды сәнғәт мәктәбенә әсәһе алып барған. “Музыка менән шөғөлләнгән малайҙарға электән һоҡланып ҡарайым. Улар тиҫтерҙәренән тыйнаҡлығы, мәҙәнилеге менән айырылып тора, аралашыуға ла яғымлылар. Баянда бер юлы ике ҡул менән уйнайҙар бит, был мейе эшмәкәрлегенә көслө йоғонто яһай – мейенең ике ярымшары ла бер юлы эшләй. Тағы ла бер тренинг ваҡытында 6-7 йәшкә тиклем мейелә 7 миллиард нейрон сылбыры була, һуңынан шуның 4 миллиарды ғына тороп ҡала, шуға бала саҡта мейене мөмкин тиклем нығыраҡ үҫештерергә, нейрондар бәйләнешен күберәк һаҡлап ҡалырға кәрәк, тигән мәғлүмәт ишеткәйнем. Көйҙәрҙең ноталарын ятлау, бармаҡтарҙы клавишалар буйлап йөрөтөү, классик музыка тыңлау зиһенгә һәйбәт йоғонто яһайҙыр тип ышанам. Улым әле әҙерлек мәктәбендә иң көслө класта уҡый. Уҡытыусыһы бала күңелен тоя, аңлай белгән педагог – Сулпан Ишкенә ҡыҙы Иҡсанова. Аҙнаһына ике тапҡыр уға дәрескә йөрөйбөҙ. Йәнә аҙнаһына берәр тапҡыр сольфеджио, музыка тыңлау, хор дәрестәре бар. Атаһы улыма бәләкәй генә баян алып бирҙе, шуға өйҙә лә уйнай. Уның көйҙәренә дүрт йәшлек һеңлеһе Сәлимә ҡушылып йырлай, бейеп тә китә. Нурсолтан тағы ла дүрт йәшенән брейк-данс менән шөғөлләнде, яңыраҡ тхэквондо менән мауыға башланы. Шашка, шахмат уйнарға ярата. Динозавр тиһәң, донъяһын онота, палеонтолог булырға һәм динозавр һөлдәләренән торған музей асырға хыяллана. Ҡыш бабайға ла ышана, унан бүләккә коньки көтә”, – ти Нурсолтан исемле был тырыш егеттең әсәһе Нурзиә Рафиҡ ҡыҙы. Нурзиә Рафиҡ ҡыҙы менән Рөстәм Рафиҡ улы Хәсәновтар балаларын һәр яҡлап үҫтереү өсөн шарттар булдырырға тырышҡан Өфөнөң рухлы, матур йәш башҡорт ғаиләләренең берәүһе.
Нурсолтан баянда уйнарға ғына яратмай, инструментын да ҡәҙерләп кенә тора, сит кешенән тоттормай икән. Баянын "гармун" тиһәләр, үпкәләп тә ала ти, хатта. Нурсолтандың Сәлимә һеңлеһе менән икәү тотоп килгән, үҙҙәренә генә хас шәп йолалары ла бар икән: улар тыуған көндәргә йә башҡа ҡунаҡҡа барғанда бүләккә күстәнәс бейеү әҙерләйҙәр. Афарин, шул хәтлем матур йола, эйеме, бәләкәстәр? Нурсолтанға яңы йыл яңы уңыштар килтерһен, аҡыллы, тәүфиҡлы булып үҫһен!
Читайте нас: