Инсандың әсәһенең юҡҡа ғына ҡул оҫтаһы тигән даны сыҡмаған шул. Ул улына сысҡан костюмын үҙе бәйләп кейҙергән. Ғөмүмән, был ғаиләлә үҙ ҡулдарың менән эшләнгән әйбергә еткәне юҡ, ул ҡул йылыһын һаҡлай һәм үҙенсәлекле, донъяла берҙән-бер генә була тип, магазиндан алынған масс-маркет нәмәләренә бик өҫтөнлөк биреп бармайҙар. Инсандың былтырғы иртәлеккә кейгән бәләкәс ҡыш бабай кейеме лә – әсәһенең эше. “Әсәйем беҙҙе лә бәләкәй саҡта яңы йыл байрамдарына гел үҙе теккән костюмдар менән һөйөндөрҙө. Мин дә ошо йоланы тотам”, – ти Рәлиә Рәшит ҡыҙы.
Дуҫтар, ә һеҙ ҡыш бабай менән осрашыуға быйыл ниндәй костюмдар әҙерләнегеҙ, беҙгә яҙып ебәрегеҙ. Иң шәп, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле костюм хужаһын иҫке яңы йылға беҙҙән бүләк көтә.