+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Декабрь 2019, 20:44

“Аҡбуҙат”тан һөйөнсө бар!

14 декабрь Башҡортостанда тәүге тапҡыр башҡорт теле көнө үтә. Был дата, Республика башлығы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы, рәсмиләштерелгән. “Аҡбуҙат” журналы ла ошо матур сарала әүҙем ҡатнашасаҡ. Бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы Өфөнөң “Ультра” күңел асыу һәм сауҙа комплексында көндөҙгө сәғәт икенән бишкәсә көтөп ҡалабыҙ!

Унда “Аҡбуҙат” журналы үҙенең Республика башлығы грантына быйыл тормошҡа ашырып килгән эштәрен күрһәтәсәк. Башҡорт теле байрамында тиҙҙән донъя күрәсәк “Урал батыр” йәнһүрәтенә тизер һәм унан өҙөктәр (рәссамы – Дамир Мөхәмәтйәнов) ҡарарға мөмкин буласаҡ, шулай уҡ “Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп эшләнгән комикстар китабына ла презентация үтәсәк. Сараға килгән бәләкәстәрҙе Урал батырҙың ҡатырғанан эшләнгән ҙур һыны ҡаршы аласаҡ, ә журналдың “Оҫта ҡулдар” рубрикаһы ҡыҙҙар-малайҙарға буям (раскраска) буяу һәм йәнһүрәт геройҙарының һындарын ҡырҡып эшләү буйынса уйындар тәҡдим итәсәк. Бер һүҙ менән әйтәкәндә, “Башҡорт теле көнө”ндә “Аҡбуҙат” туҡталҡаһын урап үтмәгеҙ, һеҙҙең өсөн балалар журналы хеҙмәткәрҙәре күңелле һәм ҡыҙыҡ сара әҙерләй!
Читайте нас: