Суртан – беҙҙә балыҡтар батшаһы һанала, әкиәттәрҙә, рәүәйәттәрҙә иң ҙурланған балыҡ ул. Иң ҡыҙығы, төрлө йәштәге суртандың атамалары ла төрлөсә. Яңы ғына ыуылдырыҡтан сыҡҡан суртан бәпестәренән башлап урта бармаҡ ҙурлығына тиклем еткәндәрен серем йә шүрәнле тиҙәр. Ус самаһындайҙарын, ҡул суғының ҡушҡар йәғни беләҙек һөйәгенәсә еткәндәрен ҡәләм тип йөрөтәләр, ә инде терһәк буйлыҡтарын сурағай йә ҙураҡай тип атайҙар, унан да ҙурыраҡ булып үҫкәндәре инде, үәт, суртан була.