Урта быуаттарҙа сана арбаға ҡарағанда күпкә ҡупшыраҡ, текәрәк һаналған. Ышанырһығыҙмы-юҡмы, урыҫ батшалары борон йәй көнө лә арбаны һанға һуҡмай, санаға ултырып йөрөргә яратҡан. Хатта, 1626 йылда, Михаил Федор улы тигән батша йәй көнө кәләш алырға барғанында ла атҡа сана ектереп алған. Ә һеҙ, дуҫтар, йәйге эҫелә санаға ултырып йөрөр инегеҙме?