+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Декабрь 2019, 10:57

Бейеп байып буламы?

Бейе, бейе, Хәйбулла, Бейегән кеше бай була, – тигән таҡмаҡты ишеткәнегеҙ бармы? Бейеп кенә байып китеп буламы икән ул?

Була, бейеү кешене һаулыҡҡа, кәйефкә байыта. Балалар өсөн үтә лә файҙалы шөғөл ул. Бейегән саҡта кешенең эсендә йыйылған көсөргәнеш кәмей, бейеү йөрәкте, мускулдарҙы нығыта, нервыларҙы тәртипкә килтерә, умыртҡаны төҙ тотоп йөрөү ғәҙәтен һеңдерә, кәйефте күтәрә. Бейеү аша кеше үҙенең тәнен тойорға, аңларға өйрәнә, шулай уҡ ансамблдә бейеү аралашырға өйрәнергә, яңы дуҫтар табырға ла ярҙам итә. Йәнә лә бейеү аша милли мәҙәниәткә, йолаларға һөйөү уятып та була. Һуңғы йылдарҙа Өфөнөң бәләкәс ҡыҙҙары һәм малайҙары араһында популярлыҡ алған “Гүзәл-данс” бейеү студияһы тап шул милли рух тәрбиәләгән һирәк ансамблдәрҙең береһе.
“Гүзәл-данс” ансамбленең етәксеһе Гүзәл Рәшит ҡыҙы Юлдашева: “Беҙ бәләкәстәрҙе бейергә генә өйрәтеп ҡалмайбыҙ, иң тәү сиратта үҙҙәрен башҡортса ипле тоторға өйрәтеү, тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу һәм хөрмәт уятыу өсөн тырышабыҙ ти. “Гүзәл-данс” ансамблендә төрлө йәштәге балалар шөғөлләнә, улар ҡалала уҙған сараларҙа ла йыш сығыш яһай. Ошо көндәрҙә уҙған “Өфөлә матурлыҡ көндәре” форумының да бер биҙәге булды “Гүзәл-данс” төркөмө һылыуҙары.
Читайте нас: