Егерменселәрҙә ҡунаҡта
Эй, тырыштар, отҡорҙар ҙа инде үҙҙәре! Һәр һорауға бер-береһенән уҙышып, тапҡыр яуап биреп ултыралар! Кемдәр улар, тиһегеҙме?! Әлбиттә, егерменселәр!
Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡыусылары менән “Аҡбуҙат” журналы матур осрашыу үткәрҙе. Был сараны китапханасы Разия Сибәғәт ҡыҙы Ғәйнуллина ойошторҙо.
Ғөмүмән, гимназия уҡыусылары китапханаға йөрөргә ярата. Һәр яңы килгән китапты, гәзит-журналдарҙы алып уҡыйҙар, әңгәмә ҡоралар икән.
“Аҡбуҙат”та эшләүсе апайҙарҙы ла егерменселәр ҡыҙыҡһынып тыңланы. Һорауҙарға яуап биреп, бүләктәр алды, китаптарға эйә булды. Тылсымлы ат — ҡанатлы Аҡбуҙаттың кемдеңдер күңелендә, йәки гимназия китапханаһында йәшәгәнлеген дә белеп, ҡыуанып ҡайтты журнал хеҙмәткәрҙәре.
Төрлө байрамдар, әҙәби кисәләр, шағирҙар һәм яҙыусылар менән осрашыуҙар ҙа белем усағында гөрләтеп үтеп тора. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре” тураһындағы тамашаһын балалар шулай уҡ йылы ҡабул иткән, үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәттәр алған.