-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Декабрь 2019, 10:09

Тере йән эйәһен бүләк итеү килешкән эшме?

2020 йыл, көнсығыш календарына ярашлы, ҡомаҡ йылы, башҡортса беҙ уны сысҡан йылы тибеҙ. Ә славян йолаһы буйынса киләһе йыл – үрмәксе йылы.
Ғәҙәттә, яңы йыл алдынан дуҫтар, туғандар менән бүләк бирешеү – матур йола. Йыл символикаһы төшөрөлгән таҫтамалдар, ҡулъяулыҡтар, сувенирҙар һәр кемдең кәйефен күтәрә.
Ветеринария магазиндарында эшләүселәр билдәләүенсә, йыл ниндәй йәнлектеке тип иғлан ителеүенә ҡарап, шул йән эйәләрен һатып алыусылар бермә-бер арта икән. Бигерәк тә быйыл, хаҡы бик ҡиммәт булмаған ҡомаҡтың төрлө төрҙәренә һорау артыр тип көтәләр.
Ә тере йән эйәләрен бүләк итеү килешкән эшме икән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Асылда, был бик сетерекле һорау. Беренсенән, кеше бындай бүләккә шат булырмы, әллә уға йән эйәһе мәшәҡәт кенә өҫтәрме, шуны уйлау кәрәк, буласаҡ хужаның ризалығын белешмәйенсә бындай бүләкте тоттороу үтә лә ситен хәл. Икенсенән, бер үк нәмәгә төрлө тарафтарҙа төрлө ҡараш булыуын да оноторға ярамай. Мәҫәлән, Европа халыҡтарының күбеһе өсөн ҡомаҡ бола, талаш-тартыш, хатта боҙом ебәреү билгеһе булып тора, ә бына япондар өсөн иһә сысҡан муллыҡты белдереүсе символ, шуға ла бүләкте бүләк аласаҡ кешенең донъяға ҡарашын, ул тотҡан йолаларҙы ла иҫәпкә алып һайларға кәрәк.
Читайте нас: