-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Декабрь 2019, 10:57

“Аҡбуҙат” журналын Аҡбуҙат һәйкәле менән кем осраштырған?

Дуҫтар, хәтерегеҙҙәме, “Аҡбуҙат” журналы редакцияһы журнал менән Аҡбуҙат һәйкәлен иң беренсе булып осраштырған уҡыусыға бүләк вәғәҙәләгәйне. Бына, бүләктең хужаһы ла билдәле булды, ул ун йәшлек Бөрйән ҡыҙы Юлиә Ғәлина.

Юлиә фото менән бергә беҙгә бик йөкмәткеле хат та яҙып ебәргән: “Мин Ырғыҙлы дөйөм белем биреү мәктәбенең бишенсе синыфында уҡыйым. Беренсе сиректе “бишле” билдәләренә генә тамамланым. Бөрйән районының хозур тәбиғәтле Ҡотан ауылында тыуғанмын. Беҙҙең ауыл ныҡ матур урында ултыра. Бер яғынан Ағиҙел йылғаһы аға, икенсе яғын бейек ҡаялар уратҡан. Ауылымда изге күңелле, ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Минең ғаиләм татыу һәм ҙур. Беҙ ғаиләлә дүрт бала: Айгизә, Гөлшан исемле апайҙарым, Гөлиә исемле һылыуым бар. Гөлиәгә әле бер йәш кенә. Әсәйем өйҙә бәпес ҡарай, атайым “Башҡортостан” милли паркында эшләй. Мин әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итәм, йәйгеһен баҡсала эшләшәм. Мине тиктормаҫ ҡыҙыҡай тиҙәр. Күберәк тышта уйнарға яратам, дуҫтарым менән футбол, пионербол уйнайбыҙ, йәйгеһен һыу инәбеҙ, ҡышҡыһын конькила шыуабыҙ. Ә уҡыуҙан буш ваҡытта китап уҡыйым, ырғаҡ менән бәйләйем. “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын яратам. Йылҡысыҡҡан күле эргәһендәге Аҡбуҙат һәйкәленә мине атайым менән әсәйем алып барҙы. Ул миңә бик оҡшаны, ҡырҙан ҡараһаң Аҡбуҙат күлдән осоп сығып килгән һымаҡ. Ул күл беҙҙең ауылдан ун туғыҙ саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Аҡбуҙат – әкиәттәге ҡанатлы ат, ул Урал батырҙың толпары. Урал батыр бәйгелә еңгәс, уны уға Һомай ҡош бүләк иткән. Аҡбуҙат күлдән сыҡҡанда артынан өйөр-өйөр йылҡы сыҡҡан. Улар – башҡорт аттары. Мин “Аҡбуҙат” журналы менән Аҡбуҙат һәйкәлен осраштыра алыуыма бик шатмын. “Аҡбуҙат” журналын алдырыусылар ҙа, һәйкәлде килеп күреүселәр ҙә күп булһын тип теләйем. Ҙурайғас үҙем табип булырға хыялланам. Кешеләргә ярҙам иткем, ауырыуҙарҙы бөтөргөм килә”.
Читайте нас: