+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ноябрь 2019, 15:08

Һөйөнсө, башҡортса яңы йәнһүрәт сыҡты!

Дуҫтар, Бибинур тигән бесәй, Таңсулпан тигән төлкө, Булат тигән бүре, Аяз тигән айыуҙың экрандағы мажаралары тураһында ишеттегеҙме, күрҙегеҙме әле? Күрмәһәгеҙ, тиҙҙән күрерһегеҙ, улар яңы йәнһүрәт геройҙары!

Баш ҡалабыҙ Өфөләге “Родина” кинотеатрында 26 ноябрь көнө башҡорт телендәге дауамлы йәнһүрәттең беренсе өлөшөн балаларға күрһәттеләр. Ул Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында "BALALAR" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Был шәп уй иң элек йәш әсәйҙәр Рузилә Кинйәбулатова менән Фатима Янбаеваның күңелендә яралған, әле улар ошо йүнәлештә тырышып эшләй. “Киләсәктә мультсериалдан тыш, балаларға уйын аша тирә-яҡ донъяны һәм туған телде өйрәнеү өсөн мобиль телефон һәм компьютер өсөн ҡыҙыҡлы ҡушымта, онлайн һәм оффлайн төрҙәге зиһен үҫтереүсе уйынсыҡ карточкалар, өҫтәл уйындары һәм интернет-магазин да буласаҡ”, – тип хәбәр итте проекттың директоры Рузилә Кинйәбулатова. Был юҫыҡтағы бар эшмәкәрлек хаҡында мәғлүмәтте ошо һылтанма аша ҡарай алаһығыҙ www.balalar.org .
Бибинур, Таңсулпандар тураһында йәнһүрәтте ҡарарға шул тиклем күп, матур-матур бәпестәр килгән ине, улар унда бергәләшеп төрлө уйындар ҙа уйнаны, үҙ-ара танышып аралашып та өлгөрҙө, презентация бик күңелле үтте.
Читайте нас: