+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ноябрь 2019, 17:01

Беҙҙекеләр Себерҙә лә иң алда!

Сыңғыҙ, Айдан, Нәргизә исемле аҡыллы һәм матур ҡыҙҙар-малайҙар үҫтергән Ғәзизовтар сығыштары менән Башҡортостандың Хәйбулла районынан. Улар күптән түгел Ханты-Мансийск автоном округы – Юграның Лянтор ҡалаһында театр һәм ғаилә йылына арнап үткәрелгән “Ижади ғаилә” тигән бәйгелә еңеп сыҡтылар.

Финалда биш ғаилә көс һынашҡан, улар араһынан иң ижади ғаиләһе тип Гөлназ һәм Руслан Ғәзизовтар танылған. Милләттәштәребеҙҙе оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, сит яҡтарҙа ла башҡорт халҡының баһаһын күтәреп йәшәгәндәре өсөн афарин уларға!
Читайте нас: