+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Ноябрь 2019, 00:50

Йәсмин яңы еңеүен әсәһенә арнаған

Художестволы гимнастика менән шөғөлләнгән Өфө ҡыҙы Йәсмин Ғәниеваның уңыштары хаҡында быға тиклем дә яҙғайныҡ инде. Кисә һигеҙ йәшлек Йәсмин һылыу Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәнә еңеү яуланы. Ул Мәскәүҙә уҙған “Көҙгө карнавал” тип аталған асыҡ турнирҙа икенсе урынға лайыҡ булды. “Был еңеүемде мин әсәйем Алина Айҙар ҡыҙына бағышлайым”, – ти бәләкәс йондоҙ.

Башҡортостан данын яҡлап сығыш яһаған кескәй спортсыға “Аҡбуҙат” еңел булмаған хеҙмәтендә ҙур уңыштар теләй, һәр саҡ шулай тырыш, ныҡышал һәм уңған ҡыҙ булып ҡал, чемпион ҡыҙ Йәсмин!
Читайте нас: