Азамат шахмат буйынса бер нисә йыл элек байтаҡ турнирҙарҙа еңеп килһә лә, Шамонин ауылына күскәс, унда шахмат түңәрәге булмау сәбәпле, шөғөлләнеүҙән туҡтаған. Әммә был спорт төрөнә һөйөүе һаман тынғы бирмәгәс, бер кемгә лә әйтмәй әлеге чемпионатҡа яҙылған һәм, бер нисә йыл инде шахматтан айырылып тороуына ҡарамаҫтан, кубок яулаған.