Туңдырманы вафлинан эшләнгән һауытҡа, дөрөҫөрәге стаканға һалып һатыу йолаһы йөҙ йылдар самаһы элек Италияла барлыҡҡа килгән. Ә рожок тип йөрөтөлгән мөгөҙгә оҡшаған һауытта туңдырма һатыуҙы иһә 1904 йылда Эрнест Хамви тигән кеше уйлап сығарған. Ул йәрминкәлә вафли мөгөҙҙәре һатып торғанда туңдырма һатҡан күршеһенең һауыттары бөткән дә, Эрнест уға үҙенең вафли мөгөҙҙәрен тәҡдим иткән. Тәмле мөгөҙ эсенә һалынған туңдырма кешеләргә шул тиклем оҡшаған, оҙон сират теҙелеп киткән. Быны күреп Эрнест Хамви тиҙҙән вафли мөгөҙҙәрен туңдырма өсөн махсус рәүештә күпләп бешерә башлаған, хатта вафли мөгөҙҙәре сығарған фабрика асып ебәргән.
Хәҙер туңдырманың ниндәй генә төрҙәре юҡ, вафли стакандағыһы, вафли мөгөҙҙәгеһе, шоколад тышлы эскимо, һанаһаң бармаҡ та етмәҫ. Ә бөгөн донъялағы иң сәйер туңдырмаларҙы Японияла һаталар. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, әммә япондар кактус, һигеҙаяҡ, ҡыҫала, ыҫланған тауыҡ ҡанаты, хатта сей йылҡы ите тәме сығып торған туңдырмаларҙы ярата икән.