-12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ноябрь 2019, 13:00

“Ҡулда – йәйә, алда – маҡсат”, – ти Туймазы балалары

Биш-ун йылдар самаһы элек кенә әле уҡ атыу башҡорттоң онотолған һөнәре тип иҫәпләнә ине. Ә хәҙер Башҡортостанда айына бер нисә тапҡыр уҡтан атыу турнирҙары үтеп тора. Тимәк, теләк булғанда юғалғанды кире ҡайтарырға ла, онотолғанды йәнә тергеҙергә лә була. Уҙған аҙнала “Без башҡортлар” хәрәкәте һәм “Ягуар” казактар һағы ойошмалары ярҙамында Туймазы районы балалары өсөн уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Оҫталыҡ дәресен “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенән Эльвира Рәшитова алып барҙы. Башҡорттоң төньяҡ-көнбайыштағы Ҡырғыҙ, Йылан, Гәрәй, Әйле , Ҡаңлы, Ҡобау ырыуы вәкилдәренән булған Туймазы районы балаларына был шөғөл бик тә оҡшаны. Күптәре, уҡ менән йәйәне тәүгә ҡулдарына алыуға ҡарамаҫтан, сәпкә тейеп ҡыуанды, ә тейҙерә алмағандар икенсе юлы булдырасаҡмын тип сәмләнеп ҡайтты.
Гөлнара Хәлфетдинова.
Читайте нас: