+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ноябрь 2019, 12:25

Әсәйҙәр көнөнә гөлләмә эшләйек

Ҡыҙыҡ, әсәйҙәр көнөн донъяның төрлө илдәрендә төрлө ваҡытта билдәләйҙәр. Мәҫәлән, Бөйөк Британияла ул 3 апрелгә тура килә, ә Ҡаҙағстанда – 16 сентябрь көнөнә. Был көндө Рәсәйҙә лә билдәләй башлауҙарына егерме йыл самаһы ғына булһа ла, һәр кемдең донъялағы иң ҡәҙерле кешеһе булған әсәй байрамы күптәрҙең күңеленә хуш килеп өлгөрҙө. Уны бигерәк тә бәләкәстәр ярата.

Шулай булмай ни, әсәйҙе ҡыуандырғас бит, ул да шатлығынан бәләкәстәрҙе һөйөндөрөргә ашыға, бәхетле йылмайып матур һүҙҙәр өсөн рәхмәт әйтә, тәмлекәстәр бешереп һыйлай.
Быйыл Әсәйҙәр көнө беҙҙә 24 ноябргә тура килә, сөнки уны рәсәйлеләр ҡырпағай (ноябрь) айының аҙаҡҡы йәкшәмбеһендә байрам итә.
Әйҙәгеҙ, байрамға алдан әҙерләнеп ҡуяйыҡ, әсәйҙәргә йәтеш кенә гөлләмә эшләйек. Уның өсөн аҡ ҡағыҙға ҡулығыҙҙы һалып, ситтәрен уратып һыҙып сығығыҙ. Ошондай ҡул һүрәттәрен етене йә туғыҙҙы эшләгәс, ҡайсы менән һыҙыҡтар буйлатып ҡырҡып алырға ла, төрлө сағыу төҫтәргә буярға кәрәк. Шунан, улар кипкәс, матур ғына итеп төрөп, уртаһына ялбыр итеп ҡырҡылған төҫлө ҡағыҙҙар ҡыҫтырып, һабаҡҡа беркетергә лә, матур ҡағыҙ менән уратырға ғына ҡала. Үҙенсәлекле гөлләмә һеҙгә лә, әсәйҙәрегеҙгә оҡшар, моғайын!
Гөлнара Хәлфетдинова.
Читайте нас: