+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Ноябрь 2019, 19:00

Айыу көҙгөһөн ниңә артҡа ҡарай атлай?

Айыу көҙгөһөн ниңә артҡа ҡарай атлай?

Айыу ҡышҡылыҡҡа тиреһе аҫтына тәненең ауырлығының яртыһындай тиерлек май йыймайынса йоҡларға ятмай. Ә инде май йыйып бөткәнлеген һиҙгәс, бер тере йән дә үҙен тапмаҫлыҡ урын эҙләп, шунда өң ҡаҙа. Тау-таш араһында йә һаҙлыҡ тирәһендә һайлай ул урынды. Өң әҙер булғас, оҙаҡ итеп тирә-яҡта урап йөрөп эҙ яҙҙыра, ә иң башлылары һунарсылар ҡайһы яҡҡа тәпәйләгәнен аңғармаһын өсөн, өңөнө ҡарай арҡаһы менән тороп, арты менән атлап барып ята икән. Үәт, шундай хәйләкәр ул айыу, ул тиклемгә хатта төлкөнөң дә башы эшләмәйҙер әле.
#Башҡортостан_тәбиғәте
Читайте нас: