+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Октябрь 2019, 13:00

Йәсмин – чемпион ҡыҙ

Өфө ҡыҙы Йәсмин Ғәниева тәпәй баҫҡандан алып художестволы гимнастика менән ҡыҙыҡһына башлай. Өс йәшендә әсәһен үҙе өгөтләп, спорт түңәрәгенә яҙҙырта.

“Батыр” спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе ул. Йәсминдең был спорт төрөнә һөйөүе шул тиклем көслө, ул көн һайын шөғөлләнә. Хатта Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында күсеп йөрөп эшләгән Айҙар олатаһы менән Фәнилә өләсәһенә ҡунаҡҡа барғанда ла, урындағы спорт мәктәптәренә яҙылып, шунда йөрөй. Шулай итеп, ул Мәскәүҙә, Әстерханда, Һамарҙа һәм башҡа ҡалаларҙа ла гимнастиканы ҡалдырмай шөғөлләнгән.
Әле икенсе класта ғына уҡыһа ла, Йәсминдең еңеүҙәре байтаҡ. Тольятти, Обнинск, Мәскәү һәм башҡа тарафтарҙа уҙған бөтә Рәсәй турнирҙарында әллә нисә тапҡыр еңеүселәр пьедесталына күтәрелеп, һөйөнөп өлгөргән ул. Ә былтыр Ырымбур ҡалаһында уҙған асыҡ чемпионатта үҙ тиҫтерҙәре араһында беренсе урынды яулап, Башҡортостан данын арттырған. Йәсмин үҙен күнектергән Татьяна Виктор ҡыҙы Низаметдинова, Евгения Александр ҡыҙы Бадаева, Эльмира Фәрид ҡыҙы Бәҙретдиноваларҙы саҡ ҡына күрмәй торһа ла һағына башлай, уларҙы үҙ эштәренә мөкиббән киткәндәре өсөн яратам, ти ул.
Быйылғы миҙгел дә уның өсөн ярайһы уңышлы башланды, 25-26 октябрҙә үткән үҙе уҡыған мәктәптәге асыҡ беренселектә 2011 йылғылар араһында өсөнсө урынды алған. Әммә был һөҙөмтә менән ул үҙе генә бер ҙә ҡәнәғәт түгел. Ысын спортсы шулай булырға, һәр ваҡыт юғарыға ынтылырға тейеш тә. Тырыш һәм ныҡыш башҡорт ҡыҙы Йәсмингә еңел булмаған юлында уңыштар теләйек! Киләсәктә уны оло еңеүҙәре менән ҡотлап, үҙебеҙҙең ҡыҙ бит ул тип ҡыуанырға яҙһын!
Гөлнара Хәлфетдинова.
Читайте нас: