-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Октябрь 2019, 17:40

Ҡурмас нимә була ул?

Боронғо әкиәттәрҙә йыш ҡына шундай яза төрө осрай: ҡыҙған ҡурмасты егет әсәһенең усына һала ла, ҡулдарын тотоп, серҙе асҡанынса ысҡындырмай тора. Шунан, ҡурмастың эҫеһенә сыҙамайынса, ғәҙәттә, әсәй йә өләсәй серҙе сисә лә ҡуя. Ә ҡурмас нимә була һуң?

Беҙ бәләкәй саҡта өләсәйҙәрҙән гел генә ҡурмас ҡыҙҙыртып ала ла, әле кешеләр услап көнбағыш сирткән ише, кеҫәнән сығарып, урамда эре генә ҡытырлатып ашап йөрөй инек. Хәтеремдә, бер мәл ҡурмасты мин мәктәп йәрминкәһендә стаканлап һатып, аҡса ла эшләгәйнем әле. Ҡурмасты, ғәҙәттә, елләтеп таҙартылған бөтәүләй бойҙай орлоғон әҙ генә аҡ майҙа ҡыҙҙырып эшләйҙәр. Бойҙай сыртлап һикерә башлаһа, тимәк, ҡурмас әҙер тигән һүҙ. Ул тәмле генә түгел, үтә файҙалы ла. Ҡурмасты баллап та ебәрһәң, бөтөнләй хан һыйы килеп сыға. Ҡурмасты тирмәндән үткәреп, талҡан оно, йәғни, талҡы ла тарталар.
Магазиндың химиялы тәмлекәстәренән ялҡып китһәгеҙ, һеҙ ҙә өләсәйҙәрҙән ҡурмас ҡыҙҙыртып алығыҙ, ҡыҙҙар, малайҙар! Ә, бәлки, кем өсөндөр был аҡса эшләү өсөн дә шәп идея булыр!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
#телем_байлығым
Читайте нас: