+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Октябрь 2019, 16:30

Алсын менән Арыҫлан танылып тора алыҫтан

Был ике егет “Илһам” бәйгеһендә бер иш бал йыйған. Ә кемеһе еңеүсе булды икән?

Өфө ҡалаһы хакимиәте ойошторған XIII “Илһам” нәфис һүҙ һөйләү оҫталарының асыҡ бәйгеһе быйыл да бик ҡыҙыу үтте. “Илһам” да ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл күбәйһә, бәйгеселәрҙең башҡарыу оҫталыҡтары ла юғарыраҡ була бара. Быйыл да баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләү еңел булманы. Мәҫәлән, I-III кластар араһында ике сәсән телле аҫыл егет: Алсын Ғарифуллин менән барыһына ла “Һеңлекәш” фильмы аша таныш булған Арыҫлан Ҡырымсурин бер тигеҙ ҙур балл йыйып алға сыҡҡас, беренселекте икеһенә бер юлы бирергә ҡарар ителгән. Алсын менән Арыҫланды “Аҡбуҙат” журналы ла еңеүҙәре менән ҡайнар ҡотлай! Ошондай сәсән егеттәр үҫеп килгәндә әле телебеҙ ҙә, илебеҙ ҙә йәшәр, сәскә атыр!
Читайте нас: