+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Октябрь 2019, 21:10

Йөҙөк ҡашы / Гөлназ Ҡотоева

Йөҙөк ҡашы
Ҡәләменән бал тама, тип
Уҡытыусым маҡтай уны.
Китаптарын уҡый әсәй,
Аҡһаҡал, ти атай уны.
Хаҡ илемдең аҡ нуры, тип,
Һәр бер бала ятлай һүҙен.
Асылғандай күктең йөҙө,
Мостай Кәрим, тиһәм үҙем.
Асылғандай халыҡтарҙың
Аралашыр дуҫлыҡ теле.
Изгелеккә,
Гүзәллеккә
Әйҙәй беҙҙе Мостай иле.
Мостай Кәрим, тиеп әйтһәм,
Тейә күккә ғорур башым.
Мостай Кәрим –
Милләтемдең
Мәңге балҡыр йөҙөк ҡашы!
Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: