-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Октябрь 2019, 14:02

Галстук көнөн нисек билдәләргә?

Галстук көнөндә инде кәрәкмәгән, атайҙың өйҙә буш ятҡан галстуктарынан берәй уйынсыҡ тегеп алырға була.

Ҡыҙыҡ, донъяла һәр бер көн нимәгәлер арналған. Ҡыҙҙар көнө, әсәйҙәр көнө, бесәйҙәр көнө… Ниндәй генә байрам юҡ. Ә бына 18 октябрь – галстуктар көнө икән.
Галстуктың тәүге өлгөләре муйынға бәйләнгән яулыҡ һымаҡ булған. Бик борон замандарҙан уҡ ҡулланылған ул. Хәҙерге шәкелдәге галстуктар барлыҡҡа килеүгә йөҙ илле йыл самаһы ғына.
Галстукты күберәк ир-егет таға. Ә креатив, ижади ҡатын-ҡыҙҙар уны ҡул эштәрендә лә ҡулланырға яйын таба. Мәҫәлән, Әбйәлил районы Рәхмәт ауылынан Гөлназ Әхмәҙиева мәктәптә уҡығанында галстуктарҙан күлдәк тегеп, йәш дизайнерҙарҙың Төркиәлә үткән халыҡ-ара олимпиадаһының финалына үткәйне. Гөлназ хәҙер мәктәпте тамамлаған инде, студент ҡыҙ. Ә уның эше һаман да ҡул оҫталарын һоҡландырыуын дауам итә. Галстуктан шулай уҡ оҫталар төрлө кескәй һандыҡтар, сумка, чехолдар ҙа тегә, ҡорама ҡора, иң ҡыҙығы, төрлө уйынсыҡтар ҙа эшләй икән. Интернет даръяһында галстукты үҙ тәғәйенләнешенән тыш ҡулланыу буйынса ла ниндәй генә өлгөләр юҡ.
Галстуктар, ғәҙәттә, яҡшы сифатлы туҡыманан тегелә, шуға ла уны ҡул эштәренә тотоноу бик уңай.
#серле-донъя
Читайте нас: