+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь 2019, 14:10

Нимә бутҡаһы кәйефте күтәрә?

Нимә бутҡаһы кәйефте күтәрә? Бутҡалар араһында кәйефте күтәрә торған матдәләре булған бер генә төр бутҡа бар икән.

Кукуруз ярмаһынан бешерәләр уны. Составында алтын булған берҙән-бер бутҡа. Кукурузды борон-борон заманда йәшәгән майя, ацтек, инк тигән халыҡтар хатта икмәк урынына ҡулланған, бөтә нәмәгә лә кукуруз ҡушып ашағандар.
Ә һеҙ кукуруз бутҡаһын ашарға яратаһығыҙмы? Ә баҫыуҙан кукуруз сәкәне алып ҡайтып бешергәнегеҙ бармы? Булмаһа, ашығығыҙ, кукурузлы миҙгел әле үтмәгән. Бешергәндә тоҙло һыуға уны мотлаҡ икегә бүлеп һалығыҙ. Һыуы ҡайнап сыҡҡас, кәстрүлгә бер сынаяҡ һөт менән бер уймаҡ башындай аҡ май ырғытып, ун ике минут ҡайнатһаң, алтынлы ризыҡ әҙер була ла ҡуя. Шул тиклем тәмле ул!
Йәнә лә кукуруз сәкәнен өләсәй-олатайҙарығыҙға ла бешереп ашатығыҙ, сөнки кукуруз йөрәк ауырыуҙарынан шифалы, етмәһә, ҡартайыуға ҡаршы ла көрәшә. Йәш булғылары килһә, әйҙә, өләсәйҙәр ҙә кукуруз ашаһын!.
Кукуруздың иң шәп үҙенсәлеге – ул кәйефте күтәрә, шуға кукуруз ашап, гел йылмайып ҡына йөрөгөҙ, ҡыҙҙар-малайҙар!
#серле-донъя
Читайте нас: