+16 °С
Ясно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
12 Октября 2019, 07:00

Тыуған илкәйем / Миңлегөл Тайсина

Алһыу ҡояшҡа үрелеп,
Үҫә гөлкәйем.
Байрамыңды тәбрикләйбеҙ,
Ғәзиз илкәйем!
Тупрағыңдан һут аламын,
Тыуған еркәйем!
Эсер һыуым, һулар һауам -
Йомарт илкәйем!
Урман-тауҙарыңды иңләп,
Иҫә елкәйем.
Ҡурайымдың сихри моңо —
Гүзәл илкәйем!
Һандуғастар көнләшерлек
Наҙлы телкәйем,
Яҡты булһын киләсәгең,
Илем-илкәйем!
Читайте нас