-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Октябрь 2019, 17:20
Бесәй тураһында кескәй шиғырҙар
Маникюр эшләтәм тип Тырнаҡ үҫтереп ята
1. Көн һайын үлсәй-үлсәй
Ҡойроҡ үҫтерә бесәй.
Донъялағы бар йәнлектән
Ҡупшы булырға теләй.
2. Бесәй аяҡҡа һырылып,
Һөт өмөт итеп ҡырлай.
Һөт эсерһәң рәхмәт әйтеп
Бесәйсә йырын йырлай,
Йырламай инде, мырлай.
3 . Иркә инде бесәйем,
Сысҡан да тотмай хатта.
Маникюр эшләтәм тип
Тырнаҡ үҫтереп ята.
4. Бесәйем минең текә,
Донъянан артта ҡалмай.
Экрандағы сысҡандан
Күҙен дә ала алмай.
5. Бер генә һүҙ белә: мыяу,
Бесәйем наҙан.
Мәктәпкә лә йөрөмәгәс
Өйрәнһен ҡайҙан?
6. Гелән бер үк кейемдә
Бесәйемә бик ҡыйын.
Кейгеһе килә уның да
Яңы күлдәк көн һайын.
7. Иртән уянғас бесәй
Кирелеп ала башта.
Һөт эскәс тышҡа сыға,
Ҡыҙынырға ҡояшта.
Гөлнара Хәлфетдинова шиғырҙары.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?