Балаға донъяла иң ҡәҙерле кешеләр кемдәр? Дөрөҫ, әсәй менән атай. Ә бит әсәй менән атайҙың үҙҙәренең дә ата-әсәһе бар, өләсәй менән олатайығыҙҙы әйтәм.
Ә ҡайһы бер башҡорттар өләсәйҙе ҡартәсәй, ҡартинәй, нәнәй, дәүинәй, әзәй, дәүәсәй, хатта әсәй тип тә йөрөтә. Олатайҙы ла ҡартатай, ҡарттай, дәүатай, бабай, быуай тип әйтеүселәр бар. Улар яңылыш әйтмәй, ә үҙҙәренең төбәк һөйләшендәге һүҙҙе ҡуллана. Сөнки төрлө яҡта йәшәгән башҡорттарҙың һөйләшеү телдәрендә шулай бер аҙ айырымлыҡтар бар, был айырмалыҡты диалект тип атайҙар. Ә һеҙ, дуҫтар, әҙәби башҡорт телендәгесә өләсәй, олатай тип өндәшәһегеҙме, әллә диалект һүҙ ҡулланаһығыҙмы?