+21 °С
Дождь
VK
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июля 2019, 04:25
КЕСӘРТКӘН / Миңлегөл ХИСАМОВА
Кесерткән саҡты, кесерткән
Илатты мине.
Бүртеп сыҡты балтырҙарым,
Олотто инде!
Ах әрнетә, эй әрнетә,
Үҙәккә үтә.
Һыҙлауҙары йәнде өтә,
Ҡасан тим, бөтә.
Зифа әйтә мине үртәп:
Ул бик файҙалы.
Өләсәйем аш бешерә,
Улай ҡыҙма әле!
Баҫылғас та әрнеүҙәрем
Асыуым бөттө яйлап.
Кесерткән дә дауа икән,
Һуң ғына алдым аңлап.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"