-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июль 2019, 00:00
Меңъяпраҡ/Миңлегөл ХИСАМОВА
Меңъяпраҡҡа бер һорау,
Меңъяпраҡҡа мең юрау.
Меңъяпраҡтан ни дауа,
Һорауҙар беҙгә яуа.
Аҡ сәскәле лә була,
Ал сәскәле лә була.
Меңъяпраҡтан мең дауа бар,
Хуш еҫен генә һула.
Меңъяпраҡтың шифа сәйен
Ярата өләсәйҙәр.
Килешә ул апайҙарға,
Тәмләп эсә әсәйҙәр.
Сырхауҙарын еңә улар,
Меңъяпраҡты төнәтеп.
Ҡаҡшап барған һаулығыңды
Була икән йүнәтеп.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?