+30 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
1 Июля 2019, 17:00
АНДЫҘ ТАМЫРЫ / Миңлегөл ХИСАМОВА
Һалҡын тейгән олатайға,
Йүткерә бит быуылып.
Дарыуҙар ҙа йотоп ҡарай,
Ҡайсаҡ ала ыуынып.
Ә көҙ еткәс, олатайым
Ҡаҙып алды андыҙҙы.
"Бына минең дарыуым, — тип,
Беҙҙе хайран ҡалдырҙы. —
Андыҙ һыуын эсеп торһам,
Йүткереүҙе баҫыр, — ти, —
Һыҙланыуым бөтөр әле,
Ауырыу ҙа ҡасыр”, — ти.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"