+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Июнь 2019, 18:27
ҠОЯШЛЫ ЯМҒЫР / Зарема ӘХМӘТЙӘНОВА
Йәй уртаһы, йылға буйы…
Үтте ҡояшлы ямғыр.
Мөғжизә был: көтмәгәндә
Юлыма төштө йәйғор.
Бына ул алдымда ғына —
Хыялы бала саҡтың.
Аҙмы мин ямғырҙар аша
Йәйғорҙар ҡыуып саптым.
Йәйғор төҫтәреләй төрлө
Минең ғүмер йылдарым.
Ал, йәшел, һары һыҙыҡтар —
Улар минең юлдарым.
Читайте нас: