+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Июнь 2019, 23:16

Көнбағыш / Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА

Ҡояштай һары ҡалпаҡ
Алған донъяны ҡаплап.
Мин баҫыуҙа йөрөйөм,
Башҡа бер ни күрмәйем.
Хуш еҫтән баш әйләнә,
Көнбағыштар тирәмдә.
Бал ҡорттары геүләшеп
Осоп тора эргәмдә.
Улар ҙа минең кеүек
Ҡалғандар аптырашып:
"Нисек өлгөрөргә, — тип, —
Был тиклем балды ташып”.
Аҡбуҙат, 08-2015
Ҡояштай һары ҡалпаҡ
Алған донъяны ҡаплап.
Мин баҫыуҙа йөрөйөм,
Башҡа бер ни күрмәйем.
Хуш еҫтән баш әйләнә,
Көнбағыштар тирәмдә.
Бал ҡорттары геүләшеп
Осоп тора эргәмдә.
Улар ҙа минең кеүек
Ҡалғандар аптырашып:
"Нисек өлгөрөргә, — тип, —
Был тиклем балды ташып”.
Аҡбуҙат, 08-2015
Читайте нас: