+12 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Дөйөм мәҡәләләр
23 Июня 2019, 07:00

ӘЛМОРОН / Гөлнур ЯҠУПОВА

Оялаған бер турғай
Әлморон араһында
Ҡурҡмаһалар ҡарғалар,
Йә, килеп ҡараһындар.
Ҡараҡлығын ҡарғаларҙың
Беләлер шул турғай ҙа.
Шуға ла ҡорған ояһын
Әлморонло туғайҙа.
Ояла бар биш йомортҡа —
Зәңгәр генә, йом(о)ро,
Уларҙы һаҡлап ултыра
Сәнскеле әлморон.
Аҡбуҙат, 08-2015
Читайте нас