-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Июнь 2019, 22:02
Дүрт һылыу
Рәшит Назаров
Дүрт һылыу
Ер тирәләп дүрт һылыу
Әйлән-бәйлән уйнайҙар.
Диңгеҙҙәрҙе кисәләр,
Ҡыр-урманды буйлайҙар.
Ап-аҡ йөҙлө берәүһе
Ынйы көмөш башлыҡлы,
Байлыҡ тулы ҡапсыҡлы
Һәм бик оло ҡашыҡлы.
Уның һәр бер һулышы
Ерҙең өҫтөн бәҫәртә.
Кешеләрҙең йөҙҙәрен
Алландыра, йәшәртә.
Ҡапсығын сисеп ҡуйһа,
Бурандар бурай башлай,
Ыҙғыр елдәр ҡарҙарҙы
Ҡырҙарға илтеп ташлай.
Шул һылыу баҫҡан ерҙә
Сатлама һыуыҡ була.
«Ҡыш килде! Ҡыш килде!» — тип,
Балалар сана шыуа.
Икенсе һылыу ҡыштың
Тотонған һул ҡулына
Һәм баҫып бара һәр саҡ
Уның үткән юлына.
Аллы-гөллө күлдәге
Елдә елберҙәп тора,
Иҫкитмәле сәскәләр
Сәсен гел биҙәп тора.
Уның ҡайнар һулышы
Ҡарҙы-боҙҙо ҡамсылай.
Ҡышбикәнең үксәһен
Ҡаплай көмөш тамсылар.
Гөлдәр сәскә аталар,
Йәшәрәләр далалар.
«Яҙ килде!» — тип һөрәнләп
Тышта унай балалар.
Шунан килә йәй апай
Йәшел яулығын сөйөп,
Киң ҡырҙарҙың өҫтөндә
Тыпыр ҙа тыпыр бейеп.
Иген баҫыуҙарына
Алтын йүгертеп сыға,
Болотто ҡыҫып усҡа
Көмөш тамсылар һыға.
Еләктәре бешәләр,
Өҙөлөп үк төшәләр.
Ҡырҙа эшләп балалар
Оло булып үҫәләр.
Йәй артынан моң ғына
Алтын көҙ атлап килә.
Ерҙең сикһеҙ байлығын
Хөрмәтләп, маҡтап килә.
Бураларҙың ишеген
Ябып китә үтешләй,
Инеп сыға мәктәпкә —
Ҡайҙа ғына етешмәй!
Емештәр бешә был саҡ
Алланып та балланып.
Балалар йылмаялар
Күңелләнеп, шатланып.
Шунан тағы ҡыш килә,
Бигерәк инде йыш килә!
Ер тирәләй дүрт һылыу
Әйлән-бәйлән уйнайҙар.
Уйнайҙар ҙа уйнайҙар,
Һис бер уйнап туймайҙар.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?