+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Май 2019, 12:45

Бейеүсе ҡыҙ

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Бейеүсе ҡыҙ
Алһыу зыр килеп әйләнә, —
Бейергә өйрәткәндәр.
Һикерергә, өйөрөлөргә
Баҡсала күрһәткәндәр.
Ҡулдарымды былай ҡуйһам,
Мин аҡҡош булам, ти ҡыҙ.
Аяҡтарҙы тыпырҙатһам —
Күктәге яҡты йондоҙ.
Сабып сығып китһәм әгәр,
Мин булам инде болан.
Юрғалап ҡына йөрөһәм,
Булырмын, әсәй, ҡолон.
Аяҡтарын, ҡулдарын да,
Эй, Алһыу килештерә.
Сәхнәгә сығар ҙа ебәр
Тот та шул килеш кенә.
Читайте нас: