+18 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Май 2019, 13:43
Күрше ҡыҙы Рәүилә
Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Күрше ҡыҙы Рәүилә
Күрше ҡыҙы Рәүилә
Бик матур бейей белә,
Каникулда ауылға
Гелән ҡунаҡҡа килә.
Олатаһы ейәнсәргә
Быйманы үҙе баҫҡан,
Үҙе матур, эй ҙә йомшаҡ,
Ә төҫтәре ап-аҡтан.
Быйма кейеп Рәүилә
Көҙгө алдына килә.
Бейеп-ырғып уйнаны,
Ҡотлайым, тип, быйманы.
Аяҡтарын һелтәгәйне
Матур баҫам, тип, харап,
Быймалары һыпырылып
Осто көҙгөгә ҡарап.
Селпәрәмә килеп көҙгө
Шунда ыуылып төштө.
Олатаһы ла аһ итте:
— Балам, боҙҙоң бит эште.
Ярсыҡтарҙы йыйып ҡыҙ
Олатаһын йыуата:
— Инде бейегән сағымда
Гелән кейермен ҡата.
Читайте нас: