+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Май 2019, 19:46

Ҡағыҙ самолет

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Ҡағыҙ самолет
Ҡағыҙ самолет яһарға
Өйрәнгән Асман.
Иркә ел наҙлап өргән дә,
Самолет ҡасҡан.
Осҡан да киткән самолет
Ҡояшҡа табан.
Уны күреп хатта ҡоштар
Ғәжәпкә ҡалған.
Ҡағыҙ самолет һауала
Талпына, оса.
Ҡанаттары менән елпеп
Асмандан ҡаса.
Ҙурайғас, әсәй, ти Асман,
Летчик булырмын.
Ҡағыҙ самолеттарҙы мин
Елеп уҙырмын.
Читайте нас: