+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Май 2019, 11:02

ӘМИР — ҺАЛДАТ/ Зөбәйҙә Исламова

—Әрмеләргә барам, — тиеп,
Моҡсайын йыя Әмир.
— Әсәй, ҡайҙа кейемдәрем?
Нишләп ул түгел әҙер?
— Табығыҙсы итектәрҙе!
Мәшәкәттәрем кәмер.
Тормағыҙсы йылмайышып —
Машинам китә хәҙер!
Ҡараштар уның етди,
Тора ул биреп әмер.
Хеҙмәт сафына баҫырға —
Һәр саҡ ул булыр әҙер!
Рәссам Майя ЗЫЯИ
Читайте нас: