+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Май 2019, 11:00

Әнисә / Сәлмән ЯҠУПОВ

— Баҡсалағы еләктәргә
Һыу һип әле, Әнисә!
— Ниңә көн дә һибергә, ти,
Һиптем дә инде кисә...
— Әсәй, бер аҙ еләк алам,
Мөмкинме? — ти Әнисә.
— Кем эшләмәй — шул ашамай,
Әйткәнем булды нисә!..
Күнәк алып, ең һыҙғанып,
Тотондо ул ҙур эшкә.
Арыһа ла сер бирмәне,
Эшен бөтөрҙө кискә.
— Бына хәҙер аша инде,
Теләгәнеңде һайлап!.. —
Әсәһе әйткәс Әнисә
Еләктәр өҙҙө яйлап.
Шундай тәмле, тел йоторлоҡ,
Шундай бешкән, өлгөргән.
Әйтерһең дә, улар уның
Һыу һибәсәген белгән.
Читайте нас: