+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Май 2019, 18:00

Апуш / Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Апуштың теше һыҙлай,
Малай илай ҙа илай.
Дуҫын йыуатайым тип
Эте битенән ялай.
Атаһы болдорға сығып:
- Улым, Абдулла, — тине, —
Егеткә илау килешмәй,
Бик оят була, — тине. —
Әйҙә, улым, атҡа менеп,
Беҙ яланға барайыҡ,
Сабынлыҡты ҡарайыҡ,
Бесәнен дә сабайыҡ.
Әсәһе саҡыра: — Улым,
Беҙ табибҡа барайыҡ,
Тешеңде лә һурҙырайыҡ,
Булмаһа, дауалайыҡ.
- Теш һыҙламай ҙа әле, — тип,
Йүгәнләп алып атты,
Атаһы менән тиҙерәк
Апуш яланға сапты.
Читайте нас: