+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Май 2019, 13:00

БЫЛ МИНЕҢ ТЫУҒАН ЕРЕМ

Рәсимә УРАҠСИНА һүҙҙәре
Әлфиә ЗИННУРОВА көйө.
БЫЛ МИНЕҢ ТЫУҒАН ЕРЕМ
Тәмле һыу, тәмле һауа,
Көмөш ямғырҙар яуа.
Бейек тау, йомшаҡ тупраҡ,
Урманы өҫкә ауа.
Күбәләк сәскәләр ҙә,
Еләкле сәхрәләр ҙә
Ем-ем, ем-ем йырлайҙар,
Ҡыуаныс сәсәләр.
Ҡушымта: Был минең тыуған ерем,
Был минең тыуған илем.
Бәхетле мин ошонда,
Ҙураям, алам белем.
Тоям батыр тауышын,
Яулы тарих һағышын.
Бөркөттәр саңҡығанын,
Ҡурайҙың йырлағанын.
Әсәмдең наҙы бит ул,
Күңелдең яҙы бит ул,
Тәүфиҡ, шатлыҡ биреүсе
Йөрәктең сазы бит ул.
Ҡушымта.
Читайте нас: